Loe raamatut: «Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…», lehekülg 2

Font:

Мин – бала

Ныҡ итеп асыҡтым. Эсем эскә йәбеште, шикелле. Атларға ла хәлем юҡ. Теге ағайҙан көскә ҡасып ҡотолғас, тыныслана алмай бер булдым. Һаман асыу килә шул кешегә! Ҡалай хәйләкәр булып сыҡты! Мине алдатып полицияға тапшырмаҡ булған. Ярай әле ҡасып ҡотолдом. Инде был яғына һағыраҡ булыр кәрәк. Бөтәһенә лә ышанып барырға тимәгән.

Белорет – ҙур булмаған, ыҡсым ғына, матур, таҙа ҡала. Әлбиттә, был Өфө түгел, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөжләп тормай. Бында тыныс, кешеләр ҙә ашыҡмай ғына, яй итеп атлап йөрөй. Ут ҡапҡандай аҡты-ҡараны күрмәй йүгермәйҙәр. Бында йәшәгән кешеләр ҡалай бәхетле икән. Ҡаланың бер яҡ осонан икенсе яғына йәйәү атлап етеп була. Быны мин теге машинала ҡала эсенән үткәндә тоҫмалланым. Автобуста тығылып йөрөргә лә кәрәкмәй. Ярай, эстә бүреләр олоғанда ҡала менән һоҡланыу ҡайғыһы юҡ. Ҡараңғы төшһә, булыр шунда. Ҡайҙа барырға һуң? Кинәт келт итеп башҡа бер уй килде. Баҙарҙы табыр кәрәк! Унда бөтә ашамлыҡ! Берәй нәмәһе табылыр әле. Осраған тәүге кешенән юлды һораштым. Туп-тура кинотеатрға тиклем бараһың да, уң яҡҡа боролоп аҫҡа төшәһең, тинеләр. Биш минутлыҡ юл.

Баҙар гөжләп тора. Әсәй менән мин дә гел баҙарға йөрөргә яратам. Унда нимә генә юҡ! Донъяның бөтә байлығы ошо ергә йыйылған тиерһең. Төрлө тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай… Тик был баҙар бүтәнсәрәк булып сыҡты. Тышҡы яғында кешеләр төрлө кейемдәр, көрәк-балталар, велосипедтар, мотоциклдар, тағы әллә күпме кәрәк-яраҡтар һата. Уныһы миңә ҡыҙыҡ түгел. Әкиәттәге кеүек балтанан бутҡа бешереп булмай ҙа инде. Баҙарҙы шулай ике мәртәбә урап сыҡтым, тамаҡ туйҙырырлыҡ бер урын да тапманым. Их, хәҙер эргәмдә атайым менән әсәйем булһа!.. Шул саҡ алдымдан таныш кеше үтеп китте. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Бәй, был бит минең атайым түгелме? Эйе, сәсе лә уныҡы һымаҡ, атлауы ла таныш. Был минең атай! Минеке! Күҙҙән юғалмаҫ борон кешеләрҙе этә-этә уның артынан йүгерҙем. Ә атай туҡтарға ла уйламай.

– Ата-а-а-ай! – тип ҡысҡырҙым йән көсөмә. – А-та-ааа-ай!

Ул мине ишетмәй, күрәһең. Тағы нығыраҡ йүгерҙем. Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды, тыным быуыла. Ҡыуып еттем дә, түҙмәй, кейеменә йәбештем:

– Ат-та-ай! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул боролдо. Аптырап, ебеп төшкәндәй булды. Мин яңылышҡанмын.

– ин атайыңды юғалттыңмы әллә, балаҡай? – тип йәлләгәндәй ҡарап ҡуйҙы.

Күңелгә шул тиклем ҡыйын булып китте. Саҡ илап ебәрмәнем. Үҙемде тыйҙым.

– Ғәфү итегеҙ… – Башымды түбән эйеп, кире боролоп киттем.

…Бына «Үҙәк баҙар» тип яҙылған бина алдына килеп төртөлдөм. Үҙе бер ҡатлы, бейек тәҙрәләре, төрлө яҙыуҙары балҡып тора. Кешеләр инеп тора, сығып тора. Сыҡҡандарының муҡсайы тулы ризыҡ. Етмәһә, ишек асылғанда, унан тәмле еҫ пырх итеп ҡала. Бына ҡайҙа ул ысын баҙар! Мин шул ашамлыҡтар һатылған баҙарҙың сит яғынан йөрөгәнмен икән. Ҡыйыу ғына эскә үттем. Күргәндәремдән күҙ бәзләп китте. Әл-лә-ләәәй! Нимә генә юҡ! Алма, сейә, икмәк, колбаса, балыҡ, ит, һөт, ҡаймаҡ… Рәт-рәт булып теҙелеп киткәндәр. Ғүмерҙә аш күрмәгәндәй шул рәттәр буйлап еҫкәнеп йөрөй башланым.

Тәүҙә сәтләүектәр һатылған урынға туҡтаным. Бер ни ҙә булмағандай йәшниктән таҙартылған сәтләүекте алдым да ҡабып ебәрҙем. Һатыусы һиҙмәне. Тағы берәүгә үрелдем.

– Малай, һин нимә алаһың? – Һатыусының ҡәтғи тауышынан ҡаушап ҡалдым.

– Әле һайлайым… – тигән булдым.

– Аңлашылды. Бар бүтән ерҙән һайла!

Емеш-еләктәр һатылған кибеткә барып туҡталдым. Кеше күрмәгәндә бер сливаны алдым да йотоп ебәрҙем. Иғтибар итеүсе булманы. Дәртләнеп китеп, усыма тултырып виноград алдым. Кеҫәгә һалып та өлгөрмәнем, дәү кәүҙәле һатыусы үлә яҙып ҡысҡырып ебәрҙе:

– Нимә эшләйһең ул?!

– атып алырға килдем. Тәүҙә тәмләп ҡарайым.

– Кеше шулай услап тәмләйме? Мине банкрот итергә уйлайһыңмы?

– Мин бит…

– Виноградты кире һал да кит бынан!

Хәҙер баҙар эсенән иркенләп йөрөү ҙә ҡурҡыта. Бөтәһе лә миңә тексәйеп ҡарағандай. «Ана, бур килә. Һағыраҡ булығыҙ» тигәндәй улар миңә ҡарап ҡала. Баҙар эсен бер нисә тапҡыр урап сыҡҡас, бөтәһе лә мине таный кеүек тойола.

Мөйөштә генә бер бәләкәй өҫтәлдә симешкә һатып ултырған әбей алдына барып баҫтым. Юҡҡа түгел. Ул шул тиклем рәхәтләнеп, тәмле еҫ сығарып колбаса менән икмәк ашай ине. Шунан кефир эсеп ебәрә. Бөтә ҡарашым әбейҙә түгел, шул бутербродта ғына. Әбейҙән ситтәрәк буш урын бар ине, шунда ултырҙым да уның ашағанын күҙәтә башланым. Бына әбей ҙур итеп тешләне, эсеп ебәрҙе. Ауыҙын һөрттө. Бутерброд ике ҡабыуҙа юҡ булды. Сумкаһынан тағы берәүҙе сығарҙы. Унан күҙемде лә алмайым, нимәлер өмөт иткән тоғро эттәй күҙәтәм. Ул ҡабам тип ауыҙын асһа, минең дә ауыҙым үҙенән-үҙе асыла. Ул кефирҙы эсһә, мин дә ҡулым менән ҡабатлап, эскәндәй булам. Үҙем дә аңламайым ниңә улай иткәнемде: әллә әбейҙе эләкләйем, әллә ашайым тип үҙемде ышандырырға теләүем. Ул кефир эсеп, ауыҙын һөртһә, мин дә уның кеүек ауыҙымды һөртөп ҡуям.

Әбей кинәт ашауҙан туҡтаны ла күҙҙәрен аҡайтып миңә ҡарап ҡуйҙы. Мин дә унан ҡарашымды алманым. Теге күҙен минән алмай тағы ашай башланы, мин дә ашағандай ауыҙымды асып уны ҡабатланым. Әбей йәне көйөп саҡ ҡарлығып ебәрмәне.

– иңә етешмәйме әллә? – тине асыулы ғына.

– Ашайым!

– Мине эләкләйһең бит!

– Юҡ. Һеҙҙең кеүек ашайым.

– ы-ы-ы… Ҡулыңда бер нәмә лә юҡ бит.

– Булмаһа ла. Һеҙҙе ҡабатлайым да туйған һымаҡ булам.

– Үәт, йүләр. Улайһа, алыҫыраҡ китеп аша. Минең эргәлә торма!

– еҙҙән китһәм, колбаса еҫе юғала.

– Аптыраттың әле. Ата-әсәйең ҡайҙа?

– Улар алыҫта.

– Асарбаҡмы әллә һин?

– Юҡ! Атайыма китеп барам…

– Атайың ҡайҙа һуң?

– Сибайҙа.

– Сибайҙа?! Ә әсәйең?

– Өфөлә.

– Атаҡ… Бигерәк аптыраттың мине. Өфө ҡайҙа ла, Сибай ҡайҙа! Ә һин бында нисек килеп эләктең?

– Юл ыңғайы ғына…

– Әллә алдайһың, әллә ысын. Бик сәйер балаһың. Асыҡтыңмы әллә?

– Эйе, иртәнсәктән бирле ашаған юҡ.

– Кил һуң эргәмә. Мә, һыйлан. – Әбей бер бутербродты сығарҙы ла миңә һуҙҙы.

Әбейҙең бите сырышып, уҫал булып күренһә лә, бик алсаҡ икән. Ул һөйләй бирә, мин, ауыҙым буш булмағас, «эйе» тигәндәй баш һелкәм. Һөйләшеү ҡайғыһымы ни?! Тиҙерәк тамаҡ туйҙырыр кәрәк!

– Пенсиям әҙ. Газға, һыуға, утҡа түләһәм, үҙемә ашарға етмәй, – тине ул. – Шуға симешкә ҡыҙҙырам да ошонда килтереп һатам. Ике банка ҡайнатма ла алып сыҡҡайным, уныһын алып киттеләр. Пенсионерҙарға бында буш урын бирәләр, һатыу итеү өсөн. Әле хәл барҙа, сығам. Аҡмаһа ла, тамып тора…

Мин артыҡ үҙем тураһында һөйләмәҫкә булдым. Былай ҙа бая артығын ысҡындырып ташланым, шикелле. Быныһы ла теге ир һымаҡ полицияға тапшырырға булһа! Кем белә әбейҙең уйында ни барын? Шуға ла, әбей һорау алыуға күсмәһен өсөн, һөйләшеүҙе бөтөнләй икенсе яҡҡа борам:

– Баҙар ҡалай ҙур икән. Бында сусҡа баштарын да һаталар. Һеҙ сусҡа ите яратағыҙмы?.. Ҡайнатманы күп итеп әҙерләнегеҙме?.. Һеҙ бик йәш күренәһегеҙ. Һәр саҡ йәш булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәк…

Бына шундайыраҡ һорауҙар яуҙырҙым. Һөйләшеүгә әүрәй торғас, өс бутербродты ялп иттергәнмен икән. Тамаҡ туйғандай булды.

– Ярҙам кәрәк булһа, әйтегеҙ, – тип әбейгә рәхмәтемде белдергем килде.

– Килеп сығып шәп иттең әле. Мин ҡулымды йыуып килгәнсе әйберҙәремде ҡарап тор әле.

Ул эше менән китеп торғансы, мин симешкә сиртә бирҙем. Әбей оҙаҡ йөрөмәне.

– Тиҙҙән баҙар ябыла, һин ҡайҙа бараһың инде? – тип һорап ҡуйҙы.

– Барыр ерем бар, – тинем, кинәт кенә алдап. Баҙарға ингәс тә, бик шәп уй башҡа килгәйне. Шуға үҙемде ышаныслы тотам. Икенсенән, яңы ғына танышҡан кешегә эйәреп бармайым да инде. Үҙе саҡырманы ла былай…

– Ярай, балаҡай, матур йөрө, – тип ҡалды әбей. Хушлашҡанда кеҫәмә тултырғансы симешкә һалды. Рәхмәттәремде әйтә-әйтә, баҙарҙың бүтән рәттәре буйлап китеп, уның күҙенән юғалдым.

Ә бараһы урыным, ысынлап та, бар! Шәп урында йоҡлаясаҡмын бөгөн. Бүтәндәрҙең башына ла инмәҫ әле бындай уй. Туҡмын да, йылыла ғына буласаҡмын.

Мин был урынды баяғы уҡ үҙемә билдәләп ҡуйғайным. Баҙарҙың запас сығыу ишеге алдында ҡатырға йәшниктәр тау булып өйөлөп ята. Һатыусылар буш йәшниктәрҙе ошонда өйә. Минең алда ғына бер нисә һатыусы ошо өйөмгә буш йәшниктәрен килтереп ырғытты. Баҙар эсендә кешеләр кәмегәндән-кәмей барҙы. Иғтибарлап ҡарап сыҡтым, эстән һаҡсы ултыра торған урын юҡ. Күрәһең, бөтәһе лә сығып ҡайтып киткәс, кемдер баҙарҙы тыштан бикләй. Ә мин эстә ҡаласаҡмын!

Кешеләр күрмәгәндә генә теге йәшниктәр аҫтына шыуышып индем дә яттым. Әйтерһең дә, ҡыуыш эсендәмен. Өҫтән дә, сит яҡтан да мине йәшниктәр уратҡан. Ятҡан ерем дә йомшаҡ, ҡараңғы. Тағы бер нисә кеше «тауға» йәшниктәрен ырғытты. Ошо өйөм аҫтында кеше ятҡаны баштарына ла инмәйҙер әле. Хәҙер кешеләр сығып бөткәнен көтөр кәрәк. Шунан башланасаҡ байрам! Көтөп ята торғас, йоҡлап киткәнмен…

Ҡулым ойоғанға уянып китһәм, тирә-яҡта тып-тын. Тимәк, бөтәһе лә ҡайтҡан, баҙар бикле. Бер кемдең дә тауышы ишетелмәй. Шулай ҙа һағыраҡ булыу кәрәк. Йәшниктәр араһынан ипләп кенә башымды сығарҙым. Ҡараңғы икән. Тәҙрәләрҙән төшкән ай нурҙары ғына эске яҡты яҡтырта. Бинаның икенсе яҡ осонда беленер-беленмәҫ кенә ут янып тора. Бер аҙ ҡурҡыныс та булып китте.

Эргәмдә әллә нәмәләр ҡытыр-ҡытыр килә. Ҡомаҡтар, күрәһең. Эргәмдә генә сипылдашалар. Ҡот осоп, тоноҡ ҡына янған ут яғына йүгерҙем. Ысынлап та, баҙарҙа минән башҡа берәү ҙә юҡ. Мин бер үҙем. Ҡомаҡтарҙы иҫәпкә алмағанда. Ярай, хәҙер утты яҡтыртһам, улары ҡасыр. Ошондағы бөтә байлыҡҡа мин хужа! Бер төнгә булһа ла! Мин бөгөн иң бәхетле кеше икән! Күптәр бер төнгә булһа ла минең урында ҡалырға хыялланғандыр. Нимәне теләйһең – аша! Аҡса ла кәрәкмәй. Һатыусылар ҙа ризыҡ тулы кәштәләрен аҡ сепрәк менән генә ябып киткән. Һыуытҡыстар ҙа бикле түгел. Бик яҡшы. Минең өсөн шулай тырышҡандар. Тәүҙә теге емеш-еләктәр һатылған урынға килдем. Хужаһы көндөҙ минең менән ҡалай эре генә һөйләшә ине. Һи-и! Сепрәкте күтәреүем булды, бөтә байлыҡ минең алда. Тәүҙә ҙур ғына ҡыҙыл алманы ҡулыма алдым да ныҡ итеп шатырлатып тешләнем. Икенсе ҡулыма грушаны алдым. Грушаны мин нығыраҡ яратам. Шуға алманы ашап бөтөп торманым. Уныһын иҙәнгә бәрҙем дә супылдатып груша ашай башланым. Шунан персикты, бананды һоғондом. Һатыусыһы көндөҙ бик дорфа булғанға, кире сепрәкте ябып торманым. Банан ҡабығын иҙәнгә бәрҙем дә рәт буйлап ары киттем. Һыуытҡысты асып ебәрҙем. Ҡараһам, әллә нисә төр колбаса ята! Иң оҙонон һайлап алдым да ҡап уртаға һындырып, ашай башланым. Колбаса булғас, икмәк тә кәрәк. Ҙур булканы киләһе кәштәнән алдым. Колбаса менән икмәкте ашай торғас, тамаҡ кибеп китте. Һут эсер кәрәк. Төрлө эсемлектәр теҙелеп торған ерҙән матур һауытлыһын астым да эсеп ебәрҙем. Уныһы томаттан булып сыҡты. Томат һутын ситкә ҡуйҙым да башҡаһын астым. Алманан.

Сәтләүектәрҙе ярып ашаным. Сей йомортҡаларҙы һытып ҡараным. Ҡыҙыҡ өсөн. Шулай рәт буйлап китә барҙым. Юлда осраған һәр нәмәне тәмләп ҡарайым, йә берҙе тешләйем дә ташлайым. Печеньены йә кәнфитте саҡ ҡына ҡабам да кире һалам. Кефирҙы бер уртланым да асыҡ көйөнә ҡалдырҙым. Бешкән балыҡ, киптерелгән балыҡ, повидло, сыр, ҡыяр, сосиска, эремсек… Тәмләмәгән ризыҡ ҡалманы. Йөрөй торғас, эсем туп һымаҡ ташты. Хәҙер ашағым да килмәй. Атлауы ла ауыр. Саманан тыш ашап ташланым, шикелле…

Инде теге йәшниктәр араһына ятып, таң атҡанын көтөр кәрәк. Иртәнсәк, баҙар яңынан гөжләй башлаһа, һиҙҙермәй генә «өңөмдән» сығырмын да, ҡасырмын. Тик тыныс ҡына ятып булманы. Эсем үлтереп ауырта башланы. Сыҙап булмай. Етмәһә, уҡшыта. Ята биргәс, үтер тип уйлағайным да. Юҡ шул. Хәлем хөртәйгәндән-хөртәйҙе. Әллә ысын, әллә төштә кеүек: күҙемде йомһам, бөтә ер шары әйләнгән кеүек. Үҙем ниндәйҙер соҡорға осоп барған һымаҡмын. Тәнгә берсә эҫе, берсә һыуыҡ булып китә. Ҡалтыранам, тиргә батам. Нимә булды икән? «Әсәй! Атай! Ҡотҡарығыҙ!» – тип ҡысҡырыр инем, мине берәү ҙә ишетмәҫ шул. Әллә үлеп барам инде?!

Мин – атай

Йөрөгән саҡта ғына ҡыҙҙар шәп икән. Төҫкә һылыу, һүҙҙәре татлы, үҙе тәрбиәле, итәғәтле. Имеш, шул ярамай, был ярамай. Өйләнешеп, бала тыуғас, ен алмаштырҙы тиерһең – үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡайҙан килә бындай яһиллыҡ?! Минең дә бит матур итеп баламды үҫтереп, тәрбиә биреп, йәшәһе килә ине. Ә уға бер нәмә лә оҡшамай. Дуҫтарым килһә – талаш, әсәйем берәй кәңәш әйтһә – ҡысҡыра, теләһә кемдән көнләшә. Хатта тәмәке тартырға сыҡҡан арала ла, теләһә кемдән көнләшеп, юҡ-бар уйлап хәлде ала. Телефонды ҡалдырыр әмәл юҡ, соҡона. Берәй кем шылтыратһа, «кем менән һөйләштең» «нимә тине» «һин уға нимәгә кәрәк булдың» тип һорашып, ҡаҡ быуынға төшә. Шофер булып эшләгәс, ниндәй генә хәлдәр булмай, эштә һуңға ҡалырға ла тура килә. Был бисә аңын-тоңон белмәй, эшкә шылтыратып, мине таптыра, етәксе менән талаша. Хәҙер шул арҡала кешегә күренергә ғәрләнәм. Ошо булдымы тормош?!

Бына әле лә телефон тынғаны юҡ. Беренсе шылтыратҡанында уҡ иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу юҡ, йыртыла яҙып ҡысҡыра башланы:

– Хәҙер үк баланы ҡайтар! Әгәр тыңламаһаң, минең кешеләр килеп үҙеңде ҡанға батырасаҡ! Аяғыңа ла баҫа алмай, инвалид коляскаһында ултырырһың!..

– Таңһылыу, ишет мине! Балаға теймәнем. Әле үҙем эштән бушаған юҡ…

– Алдама! Һинең генә этлегең! Яҡшылыҡ менән әйткәнде тыңла! Аҙаҡ үкенерһең! Әсәйеңә лә, үҙеңә лә йәшәргә бирмәйәсәкмен! Минең менән шаярмағыҙ!

– Етәр тинем! Юғалғас, бергәләп эҙләйек. Ул да бит минең берҙән-бер балам!

– Ул һинеке түгел! Һин тапманың! Суд баланы миңә бирҙе! Ниңә генә үлмәйһең икән?! Сәсрәп киткере! Бөтә бәхетһеҙлегем һинең арҡала! Уйларға бер сәғәт ваҡыт бирәм! Аңламаһаң, минең кешеләр килеп аңлатырҙар! Ныҡ итеп аңлатырҙар! Аяғымды үберҙәй булырһың да!..

– ин мине ҡурҡытма, Таңһылыу!

– Ҡарарбыҙ әле… Мин шаярта тип уйлайһыңдыр.

Шул ғазраилдың тауышын ишетмәҫ өсөн һөйләшеүҙе өҙҙөм. Юҡ инде, барыбер тынғы бирмәй. Телефон аша бер-бер артлы ҡурҡыныс һүҙҙәр яҙа: «Ҡатын төҫө күрмәһәң ярар ине! Аяҡ-ҡулдарың тартышып, ауыҙыңа бер тамсы һыу ҙа һалырлыҡ кешең булмаһын! Минең хәсрәттәрем һиңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Ләғнәт яуғыры!»

«Эшеңдән ҡыуҙыртам! Һине фаш итеп телевидениеға интервью бирәм! Мин һиңә устрою!»

«Һин ир түгел! Бисәкәй! Мин һине ҡарғайым. Үлһәң ярар ине!»

«Минең күҙ йәшем төшәсәк. Әле мине илатып, берәүҙең дә бәхетле булғанын күргән юҡ. Ҡайтар баланы. Ҡайтармаһаң, үҙеңде иртәгә аяғың менән алға өйөңдән алып сығасаҡтар. Минең кешеләр юлда. Көт…»

«Үҙеңә зыяраттан урын эҙләй тор!!!»

Шундай береһенән-береһе әшәке хәбәрҙәрҙе уҡып өлгөрөп булмай. Ҡалғанына күҙ йоморға була. Тик үлем менән ҡурҡытып әллә нимәләр яҙа бит. Был яһил бисәнең башында нимә икәнен белеп булмай. Бәлки, ысынлап, минең менән берәй нәмә эшләтергә уйлайҙыр… Юҡ, былай ғына ҡалдырырға ярамай. Полицияға барып, бөтәһен дә әйтеп ҡуйыуым яҡшыраҡ. Үҙен генә аҡыллы тип уйламаһын. Үлем менән ҡурҡытҡаны өсөн дә закон бар! Әйҙә үҙ һүҙҙәре өсөн яуап бирһен!..

Мин – бала

Тау итәгендә – атай менән әсәй тора. Ҡулға-ҡул тотошҡандар, йөҙҙәре шат, ихлас йылмаялар. Мин икеһен күптән шул килеш бергә күргәнем юҡ ине. Уларҙы ошондай ҡиәфәттә күреп, үҙемде лә сикһеҙ бәхетле тойҙом. Ә мин тау башында торам. Шатлығымдан ҡолас йәйеп уларҙың ҡаршыһына йүгерәм. Улар минең ҡаршыға йүгерә. «Балаҡайым! Ҡайҙа юғалып йөрөнөң?» – ти иламһыраған тауыш менән әсәйем. «Инде өсәүләп бергә йәшәйәсәкбеҙ», – ти атайым. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, мин талпынып тағы нығыраҡ сабам. Күптән көттөм бит ошо татлы минуттарҙы. Юҡ, сапмайым, ҡулдарымды йәйеп осам, шикелле. Әйтерһең дә, мин ике ҡуллы кеше түгел, ә ҡанатлы ҡош! Бына, хәҙер, хәҙер атай-әсәйемдең ҡосағында буласаҡмын! «Мин һеҙҙе яратам» тип ҡосаҡлайым тигәндә генә, ике ҡулым – ике ҡанатҡа әүерелеп, күккә остом да киттем. Нисек инде улай?! Мин ҡошҡа әйләндемме хәҙер?! Ата-әсәйем иларҙай булып, ерҙә аптырап тороп ҡалды. Уларҙың мине ҡосаҡларға тип һонолған ҡулы ҡапыл һулып төштө. Ә мин тағы бейекә осам, осам, осам…

– Малай, уян, уян… – тип һаҡ ҡына кемдер еңемдән тартҡанға уянып киттем. Күҙҙе асһам – тирә-яҡ ап-аҡ. Аҡ карауаттар, бүлмә уртаһында аҡ өҫтәл, ҡорғандар ҙа аҡ төҫтән. Мин ятҡан карауаттағы мендәр ҙә, түшәк тә аҡтан. Аҡ халат кейгән апай ҡаршымда баҫып тора ине.

– О – о – о, терелде, – тине ул, шатланғандай. – Нисек эсәгең әйләнеп сыҡмаған. Үлә яҙғансы ашап…

Бер һүҙ ҙә әйтмәй, башымды ситкә борҙом. Инде аңланым – мин дауаханала ятам. Тик бында нисек килеп эләккәнемде асыҡ ҡына хәтерләмәйем. «Скорыйҙа» китеп барғанда ныҡ итеп өшөгәнемдән берҙе уянғаным хәтерҙә. «Тиҙерәк булығыҙ! Ул күгәрә башланы!» – тип ниндәйҙер ҡатындың ҡысҡырғанын иҫләйем. Шунан тағы аңымды юғалттым. Икенсе тапҡыр ауыҙыма оҙон трубка тығып, шуның аша ниндәйҙер тоҙло һыу ҡойғандарын да иҫләйем. Трубка тамаҡты шул тиклем ҡыра, мин ауыртыуға тыпырсынам, тик ысҡына алмайым. Ике ҡулымды кемдер ныҡ итеп артҡы яҡтан ҡосаҡлап тотҡан да ебәрмәй. Тағы аңымды юғалттым.

Әле палатала ятам. Битемде, ҡулымды тотоп ҡараным. Үҙемде тоям. Тимәк, теремен. Юрғанымды ситкә алып, торорға маташтым.

– Юҡ, юҡ! Әле торорға ярамай! – тип тыйҙы апай. – Һиңә хәл йыйыр кәрәк. Башың әйләнмәйме?

– Юҡ, – тинем ишетелер-ишетелмәҫ.

Палатаға тағы бер аҡ халатлы апай килеп инде. Уныһы йәшкә олораҡ. Ҡулына папка тотҡан. Яңы ингән апай усын маңлайыма ҡуйҙы:

– Температураһы төшкән. Быныһы яҡшы.

Шунан миңә һынамсыл ҡарап ҡуйҙы.

– инең картаңды тултырыр кәрәк. Ней бер документың да үҙең менән юҡ. Йә, һөйлә – исемең, фамилияң, нисә йәш…

Был апай нимәгә төпсөнә икән? Әллә теге полиция эҙләй микән? Баҙарҙа урлашып йөрөгәнем өсөн, билдәле, башымдан һыйпап ҡуймаҫтар. Моғайын, әле хәлем яҡшырғанын ғына көтәләрҙер. Хәҙер дөрөҫөн әйтеп бирһәм, үҙемә насар эшләйәсәкмен. Әллә бөтөнләй иҫләмәгәнгә һалышырға микән? Шулай дөрөҫөрәк булыр.

– Ну, аҡыллым… тыңлайым.

– Иҫләмәйем, – тинем ҡыйыу ғына.

– Нимәне иҫләмәйең?

– Бер нәмәне лә иҫләмәйем.

– Исемеңде генә әйтә алаһыңдыр. Беҙгә артығы кәрәкмәй.

– …

– Ҡайҙа йәшәйһең һуң?

– Белмәйем. Баҙарҙа башым менән иҙәнгә ҡоланым. Шунан бер нәмә лә иҫләмәйем.

– Ата-әсәйең бармы һуң? – тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе.

– Бар!

– Бик яҡшы! – Икеһенең дә йөҙөндә йылмайыу сағылды. – Исемдәре нисек?

– Атайым – Варис, әсәйем – Таңһылыу.

Ике апай ҙа көлөп ебәрҙе:

– Бик ҡыҙыҡ икән. Ата-әсәйеңдең исемен иҫләйһең, ә үҙеңдекен юҡ.

Тотолғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙер апайҙар алдағанымды аңланы, күрәһең. Асыуымдан ирендәремде ҡымтыным.

– Ярай, – тине олорағы. – Әлегә ятып тор. Палатанан сығып йөрөмә. Хәл йый. Медсестра дарыуҙар алып киләсәк, һин уларҙы ташлама, эс, тиҙерәк төҙәлерһең. Төшкөгә бутҡа ашарһың. Әлегә күп ашарға ярамай, үҙеңә ҡыйын булыр. Аңлашылдымы?

– Эйе, – тинем ғәйепле генә. Ике апай ҙа палатанан сығып китте. Мин палатала бер үҙем генә түгел икән, әле генә шуға иғтибар иттем. Минең йәштәге тағы өс малай ята. Һәр кеме үҙ эше менән була. Береһе китап уҡый, икенсеһе – телефонында соҡона, өсөнсөһө ҡолаҡсындар кейеп, музыка тыңлай. Улар миңә бер нәмә лә тимәгәс, һүҙ ҡушып торманым. Дөрөҫөн әйткәндә, әле уларҙың ҡайғыһы юҡ. Башымда мең төрлө уйҙар ҡайнаша. Артабан нимә эшләргә? Миңә бит нисек тә булһа атайым янына барып етер кәрәк. Әсәйем дә мине эҙләй башлағандыр. Әгәр ошондағы табиптар әсәйемә тапшырырға булһалар?! Эш улайға китһә, шәп түгел. Ҡасҡаным өсөн әсәй кәрәкте бирер…

Уйланып ята торғас, тағы йоҡлап киткәнмен. Кемдеңдер ипләп кенә еңемдән тартҡанына уянып киттем. Алдымда полиция кейемендә ағай тора! Терт итеп ҡалдым! Төрмәгә алып китергә килдеме икән?!

– Бына ошо малай була инде. Нисек килеп эләккәнен беләһегеҙ, – тип миңә ымланы табип. – Үҙенең исемен иҫләмәйем, ти. Ата-әсәһенең исемен белә. Асарбаҡ тиһәң, йолҡошҡа оҡшамаған. Өҫ-башы ҡараулы, кейеме таҙа…

– Дә-ә… – Полиция ағай карауат янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Ҡара портфеленән ҡағыҙҙар, ручка сығарҙы ла, нимәлер яҙа башланы.

– Ҡурҡма, малай. Беҙ һиңә бер нәмә лә эшләмәйбеҙ. Киреһенсә, һиңә ярҙам итергә тырышабыҙ. Йә, һөйлә, нимә булды. Тик дөрөҫөн генә. Полиция кешеһенә алдашырға ярамай. – Был һүҙҙәрҙән ирендәрем ҡалтырап китте. Оятымдан ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Был ағайҙың һәр әйткән һүҙе шул тиклем ҡурҡыта. Дөрөҫөн әйтмәһәң, тағы ҡурҡынысыраҡ.

– Исемең нисек әле? – тип дауам итте ул. – Әсәйең менән атайың һине юғалтҡандарҙыр, уларға ла хәҙер ҡыйын. Бәлки, ошо ваҡытта әсәйең һине эҙләп, илап йөрөйҙөр. Атайың да үҙенә урын тапмайҙыр…

Ағай үҙәккә үтерлек итеп әйтте, түҙмәнем, илап ебәрҙем.

– Ярай, бөттө, бөттө, тыныслан! – Табип башымдан һыйпап алды. Бер аҙ тыныслана биргәс, барыһын да һөйләп бирергә булдым.

– Әйҙә яңынан башлайыҡ. Исемең нисек? – тип күҙемә ҡараны ағай.

– Ласын.

– Хәтәр исем! Ыласындар – көслө ҡоштар ул! Бейектә осалар, – тип маҡтап ҡуйҙы ул. – Фамилияң?

– Шаһиев.

– Бик шәп! Әйҙә ата-әсәйең тураһында, үҙеңә нисә йәш – һөйләп ебәр.

– Атайымдың исеме – Варис, әсәйемдеке – Таңһылыу. 10 йәштәмен.

– Бик яҡшы, Ласын. – Полиция барыһын да яҙып барҙы. – Ә ҡайҙа йәшәйең?

– Өфөлә, әсәйем менән.

– ммм. Ә атайың?

– Атайым айырым йәшәй, Сибайҙа.

– Бына нисек! Ә Белоретҡа нисек килеп эләктең?

– Атайыма китеп барам. – Ирендәр ҡалтырай, иламайым тип саҡ үҙемде тыям. – Һағындым.

– Күрерһең атайыңды, күрерһең. Борсолма. – Табип тынысландырырға тырышты.

Полиция ағай портфеленән бәләкәй фотоаппарат сығарҙы. Теге малайҙар айыу бейеткәндәй тексәйеп миңә ҡарай.

– Ҡурҡма, был фото яҡындарың өсөн кәрәк, – тип бернисә мәртәбә мине төшөрҙө. – Хәҙер бит балалар күп юғала. Фото буйынса һине әсәйең таныр ҙа килеп алыр.

Ағай фотоаппаратын кире һалды ла табип менән сығыу яғына ыңғайланы.

– Әйҙә, бөркөт балаһы, төҙәл. Тиҙҙән әсәйең һинең артыңдан килер, – тип ҡул болғаны ла сығып китте.

Полиция сығып киткәс, тынғылығымды юғалттым. Хәҙер минең менән нимә булыр икән? Моғайын, тиҙ арала әсәйемде табырҙар. Ул минең арттан килеп етер. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәйемде лә ныҡ итеп һағындым. Мин өйҙән сығып киткәндә был тиклем бәләгә тарырмын тип көтмәгәйнем. Берәй машинаға ултырып, атайыма еңел генә барып етермен тип уйланым. Беҙҙең осрашыу нисек буласағын да күҙ алдына килтерҙем: мин ҡыңғырауҙың төймәһенә баҫам, шунан атайым ишекте аса, мине күреп, аптырап ҡала, беҙ ныҡ итеп ҡосаҡлашабыҙ. Өләсәй тәмле итеп аш бешерә. Аҙаҡ туйғансы һөйләшәбеҙ, уйнайбыҙ, алыҫ араны ҡурҡмай үтә алыуыма икеһе лә аптырайҙар, маҡтап башымдан һыйпап алалар…

Әсәйем – насар кеше түгел ул. Тик атайым менән аралашырға ҡушмай. Шуныһы иң ҡыйыны. Бер йыл элек атай менән нимәгәлер талаштылар ҙа, ул мине алып, Өфөгә күсеп китте. Атайҙы ныҡ итеп һағынғас, әсәйҙән гел уның тураһында һораша башланым. Тик атайҙың исемен ишетеү менән, әсәйҙең ҡобараһы оса, әрләшергә тотона:

– Шул әҙәм аҡтығын бүтән иҫемә төшөрмә! – ти ул, асыуланып. – Ҡәһәр һуҡҡырҙы күргем дә, ишеткем дә килмәй. Ул һиңә башҡаса атай түгел! Ишетһең ҡолағың! Йыбытҡы, хөрәсән, әсәһенең бәпәйе! Шуға кейәүгә сығып әрәм булдым. Ҡайҙан юлыма осраны икән шул мәхлүк! Мин дә иҫәр – шуға кейәүгә сығып барам бит әле. Башыма тай типте тиерһең. Бөгөн килеп, һинең өсөн генә донъяла иң һуңғы ир ҡалды тиһәләр ҙә, боролоп ҡарамаҫ инем…

Шулай итеп, әсәй оҙаҡ тыныслана алмай әрләшә бирә. Мине атай менән ҡабат күрештермәҫ өсөн дә икенсе ҡалаға күсереп алып китте. Телефоным да юҡ. «Атайың менән һөйләшкәнеңде белһәм, муйыныңды борам!» – ти. Берәй ҡырын эш эшләһәм, гел бер төрлө әрләй: «У-ух, атайыңа оҡшап! Уның бөтә этлектәре һиңә күскән! Нәҫелдәре менән хаслыҡлы бит улар!»

Уның һөйләгәндәрен тыңлап торһаң, атайҙан да насарыраҡ кеше юҡ донъяла! Ә атай ундай кеше түгел! Әсәйем уны ниңә шул тиклем күрә алмайҙыр, белмәйем.

Әгәр әсәй иртәгә артымдан килеп етһә, ҡолаҡты бороу менән генә сикләнмәҫ. Атайҙы күрер өсөн ҡасҡанымды белһә, бөтөнләй үлтерәсәк. Нимә эшләргә?

Уйлап ҡараһаң, Сибайға тиклем ярты юлды үткәнмен. Әллә артабан юлды дауам итергә инде? Тик кеҫәлә бер тин дә аҡсам юҡ. Шул саҡ ҡулымдағы елле генә сәғәткә күҙем төштө. Был электрон сәғәтте әсәйем алып биргәйне. Бик шәп нәмә ул! Көнөнә күпме аҙым үткәнемде күрһәтә, йөрәк тибешен иҫәпләй, ҡараңғыла экраны яна, уятҡысы ла бар.

– Кем һатып алырға теләй? – тип күрһәттем бүлмәләштәргә. Сәғәтте күргәс, малайҙарҙың күҙҙәре бәзләп китте. Ҡулдан ҡулға йөрөтөп ҡарап сыҡтылар. Тик үҙҙәре менән аҡсалары юҡ тинеләр. Берәүһе рюкзагына алыштырам тип ныҡышҡайны, риза булманым:

– Миңә аҡса кәрәк, – тип ҡырт киҫтем.

Гел телефонында уйнап ятҡан малай (исемен дә һорашып торманым) сәғәтте яман ныҡ оҡшатты.

– Ике йөҙ һум ғына аҡсам бар. Бүтән юҡ. Әгәр риза булһаң, алам, – тине.

Был сәғәттең хаҡын яҡшы беләм. Ул ике меңдән дә кәм түгел. Һатырғамы, һатмаҫҡамы тип оҙаҡ икеләндем.

– Ярай һуң, ал әйҙә, – тип ҡул һелтәнем, ахырҙа. Теге малай сәғәтте эләктергәс, ауыҙы ҡолағына етте. Саҡ сәғәттең эсенә инеп китмәй, ян-яғына әйләндереп ҡарай, «бына, күрегеҙ» тигәндәй бүтән малайҙар алдында күрһәтеп ала.

– Шә-ә-әп сәғәт! – тип маҡтай бүтәндәр.

– Ә һин ниңә осһоҙға һаттың ул? – тип төпсөндө китаптан айырылмаған малай.

– Кәрәк шул. Бик кәрәк, – тинем дә, артығын һөйләп торманым. Ниәтемде бүтәндәр белергә тейеш түгел…

Vanusepiirang:
0+
Ilmumiskuupäev Litres'is:
26 jaanuar 2026
Kirjutamise kuupäev:
2025
Objętość:
110 lk 1 illustratsioon
Tõlkija:
Загида Мусина
Allalaadimise formaat: