Loe raamatut: «Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…», lehekülg 3

Font:

Мин – әсәй

Икенсе көн үҙемә урын тапмайым. Йоҡо ҡайғыһы бөттө. Ҡайҙа ғына шылтыратманым, кемдәргә генә ярҙам һорап инәлмәнем. Ер упты тиерһең! Балам тураһында уйлана торғас, аҡылдан яҙыр сиккә еттем. Полицияның да аҫтын-өҫкә әйләндерҙем. Тик ятмаһындар, әйҙә эҙләһендәр, уларҙың эше шул! Юҡҡа аҡса алып ятырға тимәгән! Сәғәт, минут һайын ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр көттөм. Тик бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Түҙмәнем. Инде үҙем Сибайға барып, теге бирәндең алҡымынан алам тип йөрөгәндә генә телефон шылтыраны:

– еҙҙең балағыҙ табылды. Белоретта. Дауаханала ята… – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәгем атылып сыға яҙҙы. Нисек инде Белоретта?! Бер тин аҡсаһыҙ! Кем ҡотортто икән?! Етмәһә, дауаханала тисе. Юҡ, мин бер нәмә лә аңламайым. Башым уйларлыҡ хәлдә түгел ине.

– Нимә булған һуң балама? Иҫәнме? – полиция хеҙмәткәренә тотлоға-тотлоға һорауҙарымды яуҙырҙым.

– Иҫән! Бер нәмә лә булмаған. Һеҙҙе көтә. – тине полиция. Күңелде аңлата алмаҫлыҡ еңеллек биләне. Йә Хоҙай! Имен генә булһын инде бәпкәм! Берҙән-берем! Йәшәүемдең мәғәнәһе. Тормошомдоң дауамы… Тиҙ генә такси ялланым да, таулы-урманлы яҡҡа һыпырттым.

…Юл буйына күҙемдән йәш кипмәне. Таксист «һеҙгә ҡыйынмы?» тип ҡат-ҡат һораны. Юҡ тигәндәй өнһөҙ генә баш ҡаҡтым. Баламды барып ҡосаҡламайынса, йөрәгем урынына ултырмаҫ инде. Ниңә генә шулай бәхетһеҙмен икән?! Кешесә йәшәйем тиһәң, берәй нәмәһе сығып ҡына тора. Юл оҙон. Юлдан да оҙонораҡ уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Әллә нисә йыл элекке көндәргә әйләнеп ҡайтам да уфтанып ҡуям.

…Варис менән осрашыуыбыҙ көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Мин Өфөлә училищела бухгалтерға уҡып йөрөйөм. Бер көндө әхирәтем тыуған көнөнә саҡырҙы. Бармаҫҡа тырышып, мең төрлө сәбәп уйлап сығарып маташтым. Дөрөҫөн әйткәндә, бик теләп барыр инем, бүләк алырға кеҫәлә бер тин аҡса юҡ. Буш ҡул менән барыу оят бит! Етмәһә, диплом эше менән баш ҡатҡан. Тик әхирәтем ай-вайына ҡуйманы:

– Киләһең! Башҡа яуапты ишеткем дә килмәй! Бер ниндәй ҙә бүләк кәрәкмәй, һин үҙең бүләк! – тип ҡырт киҫте. Ахырҙа, ризалаштым. Оят булһа ла, курсташ ҡыҙҙан аҡса һорап торҙом да, магазиндан матур ғына ваза һатып алып, киттем.

Фатирға барып инһәм, байрам гөрләй. Миңә таныш булмаған ҡыҙҙар, егеттәр йыйылған. Өҫтәл туйға шикелле йәйелгән. Китте мәжлес. Төрлө көләмәстәр һөйләп көлдөрөргә яратҡан, яғымлы ғына һөйләшкән, аҡ йөҙлө, ҡуйы ҡара сәсле егет шундуҡ эргәмә килеп ултырҙы. Бейеү көйө башланһа ла, саҡырып бер булды. Өҫтәлгә ултырһам да, эргәмдән китешмәне. Үҙе автотранспорт колледжында уҡый икән. Ғаиләлә бер бөртөк малаймын, әсәйем почтала эшләй тип һөйләп алып китте. Варис менән тәүге күрешеүем шулай булды. Был егет әллә ни иҫ китерлек тә түгел, шулай ҙа әҙәплелек һаҡлап һүҙ ҡушҡан булдым.

Тыуған көн үткәндән һуң, иртәгеһе көнөнә мине эҙләп ятаҡҡа килеп еткән. Ҡулына сирень сәскәһе тотҡан бит әле! Бындай иғтибарҙы күреп өйрәнмәгәс, ебенем дә киттем. Уҡыу менән былай ҙа баш ҡатҡан ваҡытта егеттәр менән йөрөргә ваҡыт та юҡ ине. Варистың күңелен ҡыймайым тип кенә ике-өс тапҡыр паркка йөрөргә сыҡтым. Һиҙмәҫтән шулай үҙем эҫендем дә киттем. Йәйҙең матур көнөндә туй үткәрҙек!..

…Дауаханаға атылып тигәндәй барып индем. Баламды күрһәтегеҙ тип талап итһәм дә, медсестра ашыҡманы, тәүҙә бүлек мөдире менән һөйләшергә тип уның кабинетына индереп ебәрҙе.

– Шаһиев Ласын ошо бүлектә ята бит! Мин уны алырға килдем, – тинем инеү менән.

Мөдир мине күргәс, ағарып китте. Нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ итте.

– Ней бит әле… ханым, ул… Нисек шулай килеп сыҡҡандыр…

– Нимә булды?! Әйтегеҙ асыҡ ҡына. – Үҙем ҡаты ғына һөйләшергә тырышам, эстән йөрәк тулап сығып килә.

– Ул иртәнсәк кенә палатаһында ине. Аҙаҡ ҡараһаҡ…

– Йә, нимә булды?! Иҫәнме ул? Палатаһында булғас, күрһәтегеҙ! Мин улымды алам тип Өфөнән килеп еттем!

– Малайығыҙ ҡасҡан, – тине аҡ халатлы ханым, ғәйепле башын эйеп. – Тәҙрәнән сығып тайған…

– Нимә-ә-ә?! Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ ул?! Күрһәтегеҙ баламды!

– еҙ борсолмағыҙ. Беҙ уны эҙләйбеҙ. Бәлки, ҡалаға йөрөп килергә генә сыҡҡандыр… Ундай хәлдәр булғылай.

Көсһөҙлөктән саҡ үкереп илап ебәрмәнем. Инде баламды таптым тигәндә генә юғалтыуҙан да ауыр тойғо юҡтыр. Ошо көндәрҙә эсемдә йыйылып килгән бөтә ярһыуым йырылды ла китте:

– Нисек инде ҡасты?! Минең йәнде көйҙөрмәгеҙ! Баламды хәҙер үк тапмаһағыҙ, былай ғына ҡалдырмайым! Мин һеҙҙең башығыҙҙы төрмәлә серетәсәкмен! Һеҙгә бала ғына түгел, этте лә ҡарауға тапшырырға ярамай!

– Зинһар, тынысланығыҙ. Табыласаҡ балағыҙ.

– Тынысландырмағыҙ мине! Ә һеҙ ҡайҙа ҡаранығыҙ! Хәҙер үк прокуратураға барам! Президентҡа хат яҙам! Һеҙ… беләһегеҙме кем: лжеврач! Был балалар бүлеге түгел – шарашкина контора! Шундай йүнһеҙ кешегә кем бала ғүмерен тапшырған? Нисек инде уны көпә-көндөҙ күҙҙән яҙҙырғанһығыҙ? Бында нимә – тәртип юҡмы?

– Әйҙәгеҙ ипләп һөйләшәйек… Беренсенән, беҙгә балағыҙ өйҙән килеп эләкмәне, һеҙ бит уны үҙегеҙ юғалтҡанһығыҙ. Икенсенән, беҙ уны былай ҙа ауыр хәлдән ҡотҡарҙыҡ.

– Шулайтҡан тей! Судта һөйләрһегеҙ был әкиәтегеҙҙе! – Асыуым килеп мөдирҙең өҫтәленә шапылдата һуҡтым. – Мин эште былай ғына ҡалдырмайым. Ғәфү үтенмәгеҙ ҙә! Аңлағыҙ: бала ғына бит ул! Бала-а-а! Нисек уның ғүмере менән шулай шаярырға мөмкин?

– Беҙгә эләккәндә уның хәле яман насар ине. Ярай әле…

– Етә-ә-әр! – тип бүлдерҙем мөдирҙе. – Һеҙҙең арҡала баламдың башынан бер бөртөк кенә сәсе төшһә, башығыҙҙы ашайым!

Ишекте шапылдата ябып сығып киттем.

Мин – бала

Хәлем яҡшырып алғас та, иртә менән дауахананан ҡастым. Палата беренсе ҡатта ине, бүтәндәр укол эшләтергә киткәндә, тәҙрәне астым да – һикерҙем… Сәғәтемде һатҡан аҡса Белореттан – Магнитогорск ҡалаһына барып етергә генә етте. Ярай әле Белореттан автобустар йыш йөрөй, документ та һорап тормайҙар. Автобусҡа инеп ултыраһың да шофер аҡса йыйып алғанын көтәһең. Бер сәғәтлек юл.

Тегендә табиптар хәҙер мине эҙләп бер булаларҙыр! Әй, ярай ҙа! Дөрөҫөн әйтәм, оҡшаманы миңә ул дауахана. Ауырттырып укол эшләйҙәр, тәмһеҙ дарыу бирәләр. Етмәһә, башҡа палаталағы бәләкәй балалар туҡтауһыҙ сырылдап илай. Уларҙың илауын ишетеп, күңелгә тағы ҡыйын булып китә. Бынау полицияһы ла килеп ҡотто осорҙо! Ярай, бөтәһе лә артта ҡалды. Мин әле ауыҙ йырып автобуста елдерәм! Магнитогорскиға барып етһәм, Сибайға әҙ генә юл ҡала. Артабан нисек барырға берәй яйы сығыр әле. Атайымды күрәм тигәс, күрмәй ҡалмайым!

Магнитогорскиҙа вокзал алдына килеп туҡтаныҡ. Был ҙур ғына ҡала икән. Тик ниңәлер ул миңә ҡырыҫыраҡ күренде. Башҡа ҡалалағы кеүек ялтыр төҫтәр бында ул тиклем күп түгел. Тирә-яҡты төтәтеп завод торбалары һерәйеп тора. Вокзал алдында «Даешь магнитострой!» тигән яҙыулы боронғо паровозды һәйкәл итеп ҡуйғандар.

Автобустан төшкәс, ҡайҙа барырға икән тип ян-яҡҡа ҡаранып алдым. Вокзалдың мөйөшөндәге «Касса» яҙыуын күреп, шунда индем.

– Сибайға автобус ҡасан була? – тип һораным, сиратым еткәс.

– Ике сәғәт һайын. Иң һуңғыһы – киске унда.

– Күпме тора?

– Йөҙ һум.

Буш кеҫәмде ҡапшап ҡараным да, күңел төшөп, сығып киттем. Ҡайҙан шул йөҙ һумды табырға икән? Берәй нәмә осрамаҫ микән тип тегеләй-былай йөрөй бирҙем. Ашағы ла килә. Иртәнсәк ҡасҡанда ашап тормағайным. Шул саҡ «Закусочная» тигән яҙыу күҙемә салынды. Поезд вагонына оҡшаған кафе ине ул. Танауҙы ҡытыҡлап, тәмле еҫ сыға. Ҡыуанып киттем. Үҙем дә әсәй менән кафеға ингәнем бар. Унда тәүҙә ашайһың да, аҙаҡ түләйһең. Быныһы бик һәйбәт!

Кафеға индем дә буш өҫтәл артына ултырҙым. Башҡа өҫтәлдәргә күҙ йүгерттем. Кафела гелән оло-оло ағайҙар ашана. Улар стакандарын сәкәштереп эсәләр, нимәлер һөйләп, шарҡылдашып көләләр, шапылдатып ашайҙар. Берәүһе өҫтәлдән тормайса ғына тәмәке борхолдата. Тиҙ арала эргәмә блокнот тотҡан йәш егет килеп баҫты:

– еҙ нимә ашайһығыҙ? – тине ул, йылмайым.

– Миңә берәй төрлө аш, чебурек, компот.

– Икмәй кәрәкмәйме?

– Бирегеҙ биш телем.

– Хәҙер.

Күҙ асып-йомған арала алдымда ризыҡ тулы батмус тора ине. Ғүмерҙә аш күрмәгәндәй, йыпырырға тотондом. Их, тәмле шул! Чебуректы бигерәк яратам. Ниңәлер әсәйем бешергәне барыбер ул тиклем тәмле килеп сыҡмай… Был тиклем хәйлә башҡа килгәнгә үҙемде эстән генә маҡтап алам. Малаҙис, Ласын! Үҙеңдә баш та инде! Инде Сибайға барып еткәнсе ашамаһам да була.

Тамаҡ туйҙырып алғас, урынымдан тороп, шым ғына ишеккә йүнәлдем. Тиҙерәк һыпыртыр кәрәк! Инде ишектән сыҡтым тигәндә берәү асыулы ҡысҡырҙы:

– Малай, һинең өсөн кем түләй?!

– Хәҙер инәм, – тинем дә, тайыу яғын ҡараным. Ун метр үттемме-юҡмы, оҙон буйлы ағай яғамдан эләктереп тә алды:

– ин иң аҡыллыһымы әллә? Йәшәргә ялҡыттымы? – Ҡалтыранып, яуап биреп тә өлгөрмәнем, ағай сикәмә сабып ебәрҙе. Күҙемә уттар күренде. Теге елтерәтеүен дауам итте. Бая алдыма ашамлыҡ ҡуйған егет ошо ине. – Нимә өндәшмәйһең, ҡараҡ! Әйҙәле мин һине полицияға тапшырам.

Полиция һүҙенән тағы ҡотом осто. Ҡысҡырып илап ебәрҙем. Ағайҙың ҡулынан ысҡынам тип тыпырсынып маташтым. Тик ул ныҡ итеп тотҡан, еңел генә ҡотолормон тимә.

– Ағай, ебәрегеҙ. Минең аҡсам юҡ. Атайым да, әсәйем дә юҡ, – тип йәлләтергә тырыштым.

– еҙҙең кеүек сироткаларҙы күп күрҙем. Киттек тегендә! Хәҙер хужа менән һөйләшерһең! Полицияға тапшырабыҙ!

– Ағай, зинһар, полицияға әйтмәгеҙ. Нимәне ҡушһағыҙ, шуны эшләйем.

– Шым тинем, көсөк! Тыумайынса урлаша башлағанһың! – Ярһыған ағай тағы берҙе елкәгә тондорҙо.

– Әлеү-әлеү!

– Тауышың сығамы әле?! Һиңә был ғына әҙ…

Теге кафеға ағай артҡы ишектән елтерәтеп алып индерҙе. Ҡап-ҡара йөҙлө, табаҡтай битле, һимеҙ, ҡурҡыныс ирекәй ултырғыста аҡса шутлап ултыра. Бер апай һауыт-һаба йыуа ине.

Мине эләктергән ағай ишекте япты ла арҡама ныҡ итеп һуғып ебәрҙе:

– Скотина! Тәким тотолдо!

Аҡса шутлап ултырған һимеҙ ир урынынан тормай ғына, башын күтәрҙе лә, һөҙөп ҡараны. Ҡарашы шул тиклем ҡурҡыныс, тәнем ҡалтырап китте. Һауыт йыуған апай берҙе боролоп ҡараны ла бер һүҙһеҙ эшен дауам итте. Ә теге ағай, ҙур енәйәтсе тотҡандай, мине әрләүен дауам итте:

– Әрәмтамаҡ! Әлүк баштан урлаша! Тотмаҫтар тип уйланыңмы?!

Һимеҙ ир һаман бер нәмә лә әйтмәй, үгеҙ һымаҡ ҡарай ғына.

– Кем булаң? – тине ҡалын тауышы менән русса. Әйткәне ҡыҙыҡ ҡына, руссаға оҡшамаған.

– Ла-ласын, – тинем ишетелер-ишетелмәҫ.

– Ҡайҙан?

– Өфөнән.

– Бында нимәңде юғалттың?

Нисек булған, барыһын да һөйләп бирҙем. Сибайға атайыма ҡайта алмай ошо ҡалаға килеп сығыуымды бәйнә-бәйнә һөйләнем. Ир йомшарғандай булды.

– Картуф таҙарта беләһеңме? – тип һораны ул минән.

– Эйе, – тинем, икеләнмәй. Ғүмеремдә картуф таҙартҡаным булмаһа ла, шулай тигән булдым. Әсәйемдең әрсегәнен генә күргәнем бар. Нисек эшләргә кәрәк икәнен күҙ алдына килтерәм.

– Яҡшы. Бер биҙрәне таҙартып бөтһәң, юлыңа аҡса бирермен! Роберт, за главного остаешься! – тип екерҙе ир. Ул шым ғына йөрөгән ҡараҡай апайға, мине эләктергән ағайға (исеме Роберт икән, әле генә белеп ҡалдым) төрлө эш ҡушты ла ҙур сумкаһын тотоп сығып китте.

– Бәхетең бар, – тине Роберт, алдыма бер биҙрә картуфты ҡуйып. – Насар әрсеп кенә ҡара, муйыныңды өҙәм!..

Мин – атай

Ҡулға бер эш бармай. Нимәгә генә тотонһам да, Таңһылыуҙың йән өшөткөс һүҙҙәре ҡолаҡтан китмәй. Үлтерәм, тип ҡурҡыта бит! Алиментын түләп торам, балаға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Нимәгә шаша икән? Был яһилдың холҡон яҡшы беләм, унан әллә нәмә көтөргә була. Әллә үҙе баланы туғандарына йәшереп, юрамал ҡанды эсә микән? Ҡайҙа йөрөһә лә, иҫән-һау ғына булһын инде. Төнө буйына уйланып ята торғас, түҙмәнем, үҙем полицияға барырға булдым.

– Мин ғариза яҙырға килдем. Ҡатын йәшәргә бирмәй, – тинем өйөмә килеп аңлатыу алған теге иргә. – Көнө-төнө үлтертәм тип ҡурҡытып яҙа. Бына, телефонда бөтә яҙмаһы һаҡланған! Әсәйемә лә шылтыратып, хәлен ала. Мин беләм, бала бер ҡайҙа ла юғалмаған. Күп булһа, туғандарына йәшергәндер…

– Ә һеҙ үҙегеҙ эҙләп ҡаранығыҙмы?

– Мин уны ҡайҙан эҙләйем. Теге бисә «үлтерәм» тип янауынан башҡаһын белмәй… Кешесә һөйләшмәй.

Полиция ауыр көрһөнөп, башын сайҡаны ла, асыуланып өҫтәлгә йоҙроғо менән һуҡты:

– Оят! Мин һеҙҙе аҡыллы ир тип уйлағайным. Һеҙ ниндәй атай ул?! Аптырайым һеҙҙең кеүектәргә! Балағыҙ юғалған, ә һеҙ һаман ҡатын менән мөнәсәбәтте асыҡлайһығыҙ!

– Ул күптән минең ҡатын түгел. Айырылышҡанбыҙ!

– Айырылышһағыҙ ни! Ә бала бит һеҙҙеке! Ҡыл да ҡыбырлатмай тик ятаһығыҙ, шикелле…

– Юҡ, мин бала юғалғанға ышанмайым. Ул малай аҡыллы. Теләһә кем ыңғайына йөрөй торған кеше түгел. «Биш» кә генә уҡый…

– Шул тиклем туң йөрәкле булғасығыҙ, тыңлағыҙ. Бөгөн генә шундай хәбәр килде. Һеҙҙең малайығыҙҙы Белоретта күргәндәр. Ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Урындағы полиция шунда барып, бала менән һөйләшкән. Исем-фамилияһы, йәше тура килә.

– Кит, булмаҫ… Унда нимәшләһен?! Беҙҙең Белоретта бер танышыбыҙ юҡ.

– Ышанмаһағыҙ, ҡарағыҙ. – Полиция папкаһынан фото килтереп сығарҙы. – Ошо баланы кем тип уйлайһығыҙ?!

Фотола йөҙө ағарған, күҙҙәре төпкә батҡан Ласынды күргәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Бығаса ышанмай инем. Тимәк, хәлдәр шәптән түгел. Башта мең төрлө уй ҡайнай башланы.

– Ниңә шымып ҡалдығыҙ? Һеҙҙең баламы?! – Полицияның киҫкен һорауы уйҙарымды бүлде.

– Шу-ул… Мин хәҙер үк артынан барам, алып ҡайтам…

– Мин һеҙгә барыһын да һөйләп бөтмәнем. Беҙҙең коллега малайҙы фотоға төшөрөп, һорау алып өлгөргән. Иртәгеһенә таң менән улығыҙ дауахананан ҡасҡан.

– Нисек инде? Ҡайҙа ҡасһын? – Аяҡ аҫтында ер убылғандай булды. Минең берҙән-бер ғәзизем бит ул! Унһыҙ йәшәүемдең мәғәнәһе юҡ.

– Әллә инде? Уныһын яҙып ҡалдырмаған! Әлбиттә, аҡсаһыҙ ҡайҙа барһын! Шул тирәнән йөҙ километр диаметрҙа алыҫҡа китә алмаҫ. Бөтә полиция бүлектәре лә аяҡҡа баҫтырылған. Фотоһы таратылған. Бөтәһе лә эҙләй.

– Уй Аллам… – Уның һүҙенән күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. – Табылһа ғына ярар ине. Миңә хәҙер нимә эшләргә?

– Әсәһе менән һөйләш! Уртаҡ һүҙгә килегеҙ! Һеҙ был осраҡта үҙ-ара талашырға тейеш түгел, берләшеп, балағыҙҙы эҙләшергә тейешһегеҙ.

– Уныһы шулай ҙа бит. Әммә уның менән аңлашыу мөмкин түгел. Ул бит мине ғәйепләй. Үлтерәм тип янай!

– Тағы шул уҡ балыҡ башы! – Полиция урынынан һикереп торҙо. – Аптыратаһығыҙ бит! Икегеҙгә берләшергә тура килә инде! Бала хаҡына…

– Аңланым! Хәлемдән килгәнсә тырышырмын, – тинем. – Шуныһы аптырата, Белоретҡа нисек барып сыҡты икән?..

– Әллә инде! Белгегеҙ килһә, хәҙер балалар өйҙән күп ҡаса. Өйҙә тыныс булмағанға балалар үҙҙәрен артыҡ тоя. Ситтән яҡлау, аңлау эҙләй. Һәр хәлдә, яҡшы тормоштан берәү ҙә ҡасмай… Ир менән ҡатын үҙен уйлап, айырылыша, мөлкәт бүлергә, үҙ-ара талашырға тотона, ә бала күңелен иҫәпкә алыу юҡ.

Мин – бала

Көнө буйына картуф таҙарттым. Ҡулым сөйәлләнеп, ҡанап бөттө. Нисек кенә тырышһам да, матур килеп сыҡмай. Йә картуф яртылаш ҡырҡыла, йә күҙҙәре ҡала, йә ҡабығы ҡалын килеп сыға. Етмәһә, Роберт туҡтауһыҙ эргәмә килә лә аҡырырға тотона:

– Нимәшләйһең ул? Юрамал ҡыланаһыңмы?! – Һауыттан яңы ғына мин таҙартҡан картуфты ала, танауыма төртә. – Кеше шулайтып картуф таҙартамы?! Ҡабығың ҡалын! Һинең яртыһы әрәмгә сыға!

Инде ҡабығы йоҡараҡ килеп сыҡһын тип тырышһам, яй таҙарта башлайым. Роберт тағы яратмай:

– Нимә мыштырлайһың ул?! Беҙгә ашҡа картуф кәрәк! Һин таңға тиклем ултырырға уйлайһыңмы?! – Шунан йәне көйөп үҙе әрсергә тотона. Бер картуфты әрсеп бөткәс, йән көсөнә уны алдымдағы алдырға шапылдатҡансы бәрә. Унан һыу өҫтөмә сәсрәп китә. – Бына шулай эшләр кәрәк, күрҙеңме, мәсекәй! Был һиңә әҙерҙе урлап ашау түгел!

Ҙур эш башҡарғандай Роберт тегеләй-былай йөрөй ҙә тағы аш бүлмәһенә уфылдап килеп инә. Уның һөмһөҙ йөҙөнә ҡарамаҫ өсөн генә башымды эйәм дә үҙ эшем менән булам. Кинәт елкәмде яндырып ебәрҙе. Утлы тимер менән баҫҡандай тойолдо. Ауыртыныуға түҙә алмай ҡысҡырып ебәрҙем.

– Ха – ха – хаааа! – Роберт бысҡы кеүек ыржайып торған тештәрен күрһәтеп, шарҡылдап көлдө. – Уяндыңмы, ташбаҡа! – Нимә булды икән тиһәм, Роберт ҡайнар аш болғаған эҫе ҡалаҡты елкәмә баҫҡан.

Бешкән ер әсе иттереп һыҙлай башланы. Үҙемә урын тапмайым. Һыуыҡ һыу менән дә һөртөп ҡарайым, ҡысытҡас, тырнап та ҡараным, барыбер хәлем еңеләймәй. Ҡайҙан ғына килеп эләктем ошо енле урынға! Теге шымыҡай апай ҙа, исмаһам, мине яҡлашмай. Бер нәмә лә күрмәгәндәй, өҫтәлдәр торған бүлмәгә сыға ла китә. Һөйләшмәй ҙә. Әллә телһеҙ инде. Эсемдән генә атайым менән әсәйемә лә асыуланам. Бергә йәшәһәләр, былайтып ыҙалап йөрөмәҫ инем.

Кискә ҡарай картуфты көс-хәлгә таҙартып бөттөм. Ҡул һыҙлай, гел бөксәйеп ултырып, арҡам да ауырта. Етмәһә, бешкән елкәм тынғы бирмәй, әсетә һаман.

– Әрсеп бөттөм! – тинем Робертҡа.

Теге таҫрайып, берсә биҙрәгә, берсә миңә ҡарап торҙо ла эйелеп ҡабыҡты алды:

– Бездарь! Таҙартмаһаң, яҡшыраҡ булыр ине! Күпме картуфты әрәм иттең!

– Ағай, һеҙ әйткәнсә эшләргә тырыштым, – тинем ҡурҡып ҡына.

– Нимә юҡты һөйләйһең! Мин әйткәнсә эшләһәң, шулай килеп сығамы?! Йүнһеҙ! – Күҙҙәре аларып, һыулы ҡабыҡты битемә бәреп ебәрҙе. – Ашаған аштың да хаҡын ҡайтарманың! Хәҙер хужа килһен әле!..

– Зинһар, ебәрегеҙ. Автобусҡа өлгөрөр кәрәк.

– Нимә-ә? Автобус?! Хәҙер, көтөп тор… Бер биҙрә картуфты әрәм иттең! Штраф һиңә! Шуның хаҡын ҡайтармайынса тороп, һиңә юл бикле! Өйрәтермен мин һине эшкә!..

* * *

Кис етте. Һауыт-һаба йыуып йөрөгән шымыҡай апай ҡайтып китте. Ә һимеҙ ағай тәким килмәне. Бар өмөтөм унда ғына ине. Ул бит миңә эшем өсөн аҡса ла бирәм тине. Ә был Роберт тигәне бигерәк яуыз булып сыҡты. Әйтерһең, мин уның ҡоло. Әллә эсендәге булған бөтә үсен миңә сығара инде?! Шул саҡ Роберттың телефоны шылтыраны. Ул һөйләгән кешене иғтибарлап ҡына тыңлап торҙо ла, «ярай, ярай» тип телефонын һалды. Шунан ул миңә асыулы ҡарап, етди төҫ менән:

– Бөгөн хужа килмәйәсәк, – тине. Был хәбәрҙән бөтөнләй ҡыйын булып китте. – Бер төнгә миндә ҡалып торорға ҡушты.

– Нисек инде улай? Ул бит аҡса бирәм тине… Миңә ҡайтырға кәрәк.

– Приказ не обсуждается! Иртәгә үҙең хужа менән һөйләшерһең…

Минән бигүк күпкә өлкән булмаған ағайҙың (Робертҡа ун һигеҙ йәштәр самаһы) ҡаты күңеленә иҫем китте. Ахырҙа түҙмәй һорап ҡуйҙым:

– Ағай, ниңә шул тиклем уҫалһың ул?

– ин әле уҫал кешеләрҙе күргәнең юҡ! Теләйһеңме, теләмәйһеңме, тормош үҙе беҙҙе бүре итә. Мин бына ошо кафела ҡоторғандан эшләп йөрөй тип уйлайһыңмы?! Әсәйем бер үҙе, ауырый. Ҡусты-һеңлеләрем күп, уларҙы ҡарар кәрәк. Бөтә хәстәр минең елкәлә. Шул арҡала йүнләп уҡып та булманы. Ярай әле ошо кафеға килеп эләктем: хужам, эшкә яҡын булһын тип, бүлмә лә табып бирҙе… Был кафела эшләүгә өйрәндем инде. Хәҙер үҙем хужаның уң ҡулымын.

Кешеләр был ваҡытта ҡайтып бөткәйне. Залда берәү ҙә юҡ. Роберт тиҙ генә ҡалған аштарҙы һыуытҡысҡа ҡуйҙы ла, үҙенең пакетын тултырып, сығыу яғына әйҙүкләне. Үҙе уҫал итеп ҡарай. Әйтерһең, мин уға берәй яуызлыҡ эшләгәнмен. Ишекте ике йоҙаҡҡа һөйләнә-һөйләнә бикләне:

– Шул ғына ҡалмағайны. Хәҙер ошо бер эшкә ярамаған маңҡаны эйәртеп йөрөргә…

Мин бер нәмә лә өндәшмәнем. Шым барыуым хәйерлерәк. Башымда бер генә уй – тиҙерәк ҡасыу! Уңайлы мәле килеп сыҡһын ғына! Уйымды аңлағандай, Роберт минең эргәмдән генә килә, үҙе бер тотам да артта ла ҡалмай, алға ла сыҡмай.

– Ҡасам тип уйлама ла! Барыбер тотам! Үҙеңә генә насар эшләйһең! – тип екеренде.

Вокзал алдындағы тағы теге иҫке паровозды үттек. Киң урам аша сыҡтыҡ та, бейек йорттар араһына инеп киттек. Күп тә үтмәнек, һарғайып бөткән иҫке йорт алдына барып сыҡтыҡ. Күрәһең, был ике ҡатлы йорт бик күптән төҙөлгән. Урамды йәмһеҙләп, тирә-яҡтың ҡотон ебәреп торғандай. Әллә ниндәй алама еҫ һеңеп бөткән, ҡараңғы подъездға ингәс, күңелде шом биләп алды. Кемдәрҙеңдер яман итеп һүгенгәне, ҡысҡырышҡандары ишетелде. Уф-ф, күрәһеләрем бар икән! Ниңә генә ҡасып киттем икән өйҙән! Инде ошонан да имен-аман ҡотолһам, бүтән былай итеп йөрөмәм тип эстән генә ант иттем. Оҙон коридор буйына бер-бер артлы бүлмәләр теҙелеп киткән. Ҡараңғыла эләгә-һөрләгә тигәндәй атлай биргәс, коридор осондағы бүлмәгә барып төртөлдөк. Роберт ҙур ағас ишекте шығырҙатып асты.

Кескәй генә бүлмәләге тәртипһеҙлекте күреп иҫем китте. Түңәрәк өҫтәлдә йыуылмаған һауыт-һаба тулып ята. Ҡатҡан икмәк һыныҡтары, буш шешәләр, шунда уҡ тәмәке төпсөктәре, табалағы күгәргән макарон… Бүлмәлә шайтан туйы үткән тиерһең. Бысраҡ кейемдәр тулышып ята, тимер карауатта – ипләнмәгән түшәк. Шул тиклем ауыр еҫ тамаҡҡа килеп ултырҙы. Уҡшығанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Минең шаңҡығанымды күреп, бүлмә хужаһы оҡшатманы, ахырыһы:

– Нимә, аңшайып тораң! Үт! – тине ҡаты тауыш менән. Ахырҙа, ҡурҡа-ҡурҡа ғына карауаттың ситенә ултырҙым.

Тиҙ арала бүлмәгә дүрт егет килеп тулды. Һәр кеме шешә тотҡан. Күрәһең, улар бында йыш килә. Үҙҙәрен өйөндә кеүек хис итеп, өҫтәл артына барып ултырҙылар. Ә минең үлтереп йоҡом килә, шул тиклем арығанмын. Карауат ситендә йоҡомһорап ултырғанымды күреп, Роберт иҙәнгә кейеҙләнеп бөткән юрғанын ырғытты ла:

– Мә, йоҡла! Иртәгә һине күп эштәр көтә, – тине.

– Ҡустың да эсәлер ул?! – тип миңә ҡарап йылмайҙы ҡунаҡтарҙың берәүһе.

– Ҡустым түгел ул. Подсобнигым була, – тип хахылданы Роберт. Тегеләр шар ҙа шор килеп байрам итергә тотондо. Ни тиклем арыһам да, бындай тауышҡа йоҡлай алмай аҙапландым. Инде эсеп бөтөп хушлашырҙар икән тиһәм, берәүһе сығып китте лә гитара тотоп килеп инде. Шунан күмәкләшеп аҡырып йырлай башланылар. Йырлай тип әйтеүе артыҡ инде. Бер-береһен ишетмәй ҡысҡыралар, гитараны ыҙалаталар ғына! Ул ғына етмәгән, берәүһе килеп ҡулымдан тартты:

– Әйҙә йырлап күрһәт! – ти, иҫе лә китмәй.

– Мин йырлай белмәйем, – тинем, асыу килеп.

– Йырлай белмәһән, бейеп күрһәт!

– Етәр инде, ағайҙар, минең йоҡом килә…

Әгәр ҙә араларынан айығыраҡ бер ағай туҡтатмаһа, тегеләрҙең былай итеп ҡыланыуы нимә менән бөтөүен белмәйем, «Теймәгеҙ балаға! Йоҡлаһын!»– тип ҡырт киҫте ул. Башҡалар ҡабат миңә бәйләнмәне.

…Ҡыуанысымдың сиге юҡ! Мине күрергә тип атайым Өфөгә килеп еткән! Тышҡа уйнарға сыҡһам, йорт алдында, ауыҙы йырылып мине көтөп тора. Ул да шул күрешеүгә ҡыуана. Мине ҡосаҡлайым тип ҡоласын киң итеп йәйгән. Ә әсәй йылмайып ситтән ҡарап тора. «Атай!» – тип мин уға ташландым. Инде килеп атайымды ҡосаҡлайым тигәндә генә, ҙур ҡоштар мине эләктереп алдылар ҙа үҙҙәре менән бейеккә күтәреп алып киттеләр… Бер аҙҙан үҙемдең дә ҡулдарым ҡанатҡа әүерелде! Улар менән бергә болоттар яғына осам, осам! Шундай рәхәт, еңел! Бер кем дә һиңә теймәй ҙә…

– То-о-ор, йоҡо сүлмәге! – тип кемдер аяғыма типте. Уянып китһәм, сәсе-башы туҙған, йөҙө шешенгән төшөмдө бүлдереүсе Роберт тора. – Эшкә һуңлатаң хәҙер! Әйҙә, йәһәтерәк бул!.. Былай ҙа баш емерелеп бара, хужанан әрләтәң инде!

Vanusepiirang:
0+
Ilmumiskuupäev Litres'is:
26 jaanuar 2026
Kirjutamise kuupäev:
2025
Objętość:
110 lk 1 illustratsioon
Tõlkija:
Загида Мусина
Allalaadimise formaat: